Бынан тыш, «Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү» федераль программаһы аҡсаһын да ошо маҡсатта файҙаланырға була. Уны финанслауҙың дөйөм күләме 1,057 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән 2019 йылға — 344 миллион, 2020 йылға — 427,7 миллион һум.
Дәүләт ярҙамы селекцияға сығым өлөшөн ҡаплауға субсидия рәүешендә, шулай уҡ йылҡысылыҡ предприятиелары һәм ипподромдар проекттарында дәүләт-шәхси партнерлыҡ программаларында ҡатнашыу өсөн бирелә.
Башҡортостан илдә аттар һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. Ҡымыҙҙы тулайым етештереү күләмендә төбәктең өлөшө 45% тәшкил итә. Йылҡыларҙың күбеһе — Урал аръяғында. 2018 йылда республикала 121,5 мең ат иҫәпләнгән, алдағы ике йылға бурыс — йылҡы иҫәбен меңгә арттырыу.