Улар – 214 кластан 5 992 уҡыусы. Ҡаланың һигеҙ мәктәбенең бишенсе һәм алтынсы класс уҡыусылары һәм 8-се мәктәптең (Совет районы) 5-11 класс уҡыусылары ла ай башынан биш көнлөктө индерҙе.
«1 апрелдән бөтәһе 7 345 уҡыусы биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсте», — тип хәбәр иттеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Апрель башынан 64 741 уҡыусы (55%) аҙнаһына биш көн уҡый. Уларҙың 54 364-е – 1-4 класс уҡыусылары (100%). 5-9 класс уҡыусылары – 9 495 кеше (8%), 10-11 кластар – 882 кеше(0,7%). 53 261 кеше (45%) аҙнаһына алты көн белем ала.
Ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, бөгөн Өфөлә 128 мәктәп эшләй. 2019 йылдың 1 сентябренән Өфөнөң барлыҡ дөйөм белем биреү мәктәптәрендә биш көнлөккә күсеүҙе ойоштороу күҙаллана.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика мәктәптәре биш көнлөк уҡыу аҙнаһына Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса күсә. Был тәҡдим Беренсе мәктәп мәғарифы форумында хуплау тапты.