Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2019, 20:07

Беренсе балаға - әсәлек капиталы

Әлеге мәсьәлә хөкүмәттә ҡарала.

Вице-премьер Татьяна Голикова белдереүенсә, ғаиләлә тәүге бала тыуған осраҡта әсәлек капиталын биреү тураһындағы мәсьәлә хөкүмәттә ҡарала. Был хаҡта ул "Рәсәй-1" телеканалында барған "60 минут" программаһында белдерҙе.

Татьяна Голикова билдәләүенсә, илдә тыуымды арттырыу өсөн өҫтәмә саралар ҡабул итергә кәрәк буласаҡ. Ул, шулай уҡ, Рәсәйҙә ғаиләләргә беренсе, икенсе, өсөнсө һәм унан һуң балалары тыуған осраҡта өс төрлө пособие билдәләнеүен дә әйтеп үтте.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә 2007 йылдан башлап әсәлек капиталы икенсе балаһы тыуған йәиһә уллыҡҡа бала алған һәр ғаиләгә бирелә. Уның күләме 2015 йылдан бирле үҙгәрмәне - 453 000 һум тәшкил итә. 2020 йылдан ул 470 240 һум буласаҡ. Әсәлек капиталын һәр ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн ҡуллана ала.

Ағымдағы йылдың февраль айында Президент Владимир Путин өсөнсө һәм унан һуң балалар тыуған осраҡта, ғаиләләргә ипотека кредитын ябыу өсөн федераль бюджеттан 450 һум түләүҙе тәҡдим итте.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: