Дим буйҙары
+8 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
5 Апреля 2019, 15:34
Исемдәрен кем ҡуйған?.
Рәсәй төбәктәрендә яңы тыуған сабыйҙар өсөн иң популяр исемдәр — Артем һәм София, тип хәбәр итә RT илдең 53 төбәгенең ЗАГС органдары мәғлүмәттәренә һылтанып.
Әйтәйек, Рәсәйҙең 34 төбәгендә, шул иҫәптән Брянск өлкәһендә, Бүрәтстанда, Пермь һәм Камчатка крайҙарында яңы донъяға килгән ир балаларға йышыраҡ Артем тип исем ҡушалар.
Иң популяр ир-егет исемдәре араһында икенсе урында — Александр, ул 10 төбәктә, шулай уҡ Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта киң таралған.
Ҡыҙҙарға иһә йышыраҡ София исемен һайлайҙар (21 төбәк, шул иҫәптән Мәскәү, Яҡутстан, Мурманск өлкәһе). Артабан Анастасия килә (илдең 10 төбәге, шулай уҡ Севастополь, Архангельск һәм Новгород өлкәләре).
Виктория исеме илдең туғыҙ төбәгендә иң популяры тип һанала, шул иҫәптән Силәбе өлкәһендә һәм Байкал аръяғы крайында.
Киң таралған ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәре араһында төрлө төбәктәрҙә шулай уҡ Аделина (Башҡортостан), Арина (Әстрхан өлкәһе), Ксения (Вологда өлкәһе), Максим (Сыуашстан) һәм Роман (Иркутск өлкәһе) осраған.
http://www.bashinform
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"