Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Апрель 2019, 16:34

Һабантуйҙар мәлендә иҫеркес эсемлектәр һатыу тыйыла

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һабантуйҙарҙа алкоголь һатыуҙы тыйыу тәҡдимен индерҙе.

Уның фекеренсә, төбәктә «Һуңғы ҡыңғырау», Йәштәр көнө һәм Белем байрамы уҙғарылған көндәрҙә ваҡлап һатыуҙы тыйған кеүек, һабантуй ойошторолған көндә лә тыйырға кәрәк.

«Ниндәйҙер шатлыҡ булһа, мотлаҡ эсергә кәрәкме ни? Халыҡ һабантуйҙарҙа эсмәҫкә тейеш. Йәштәрҙең маңҡаға батып йөрөүе — бик әшәке күренеш. Быны этаплап эшләргә мөмкин. Әйтәйек, 15 июндә һабантуй Күгәрсен районында ойошторола икән, тимәк, был көндө унда спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйырға кәрәк, — тип белдерҙе республика Хөкүмәтендәге орператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров. — Беренсе тапҡыр, бәлки, оҡшамаҫ. Тәүҙә, бәлки, күңелһеҙ генә йөрөрҙәр. Ярай, икенсеһендә барыһы ла һәйбәт булыр».
Читайте нас: