Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2019, 15:51
Юл сифаты яҡшыра
Былтыр Башҡортостан юлдарына 15,8 миллиард һум, шул иҫәптән 1,5 миллиард һум федераль аҡса йүнәлтелгән. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында сығып яһап, Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.
– Норматив талаптарға яуап биргән автомобиль юлдары артты. Быйыл Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер һалыуға федераль ҡаҙнанан 500 миллион һум алдыҡ. Р240 “Өфө – Ырымбур” трассаһын киңәйтеүгә тотонабыҙ. Быйыл “Тыуған урам” программаһын тормошҡа ашырабыҙ, бөтә биләмәләрҙә кәмендә бер урамға асфальт түшәйәсәкбеҙ, – тине ул.
Радий Хәбиров юл фажиғәләрендә кешеләрҙең күпләп һәләк булыуына бәйле борсолоу белдерҙе, һәләкәттәрҙең сәбәбен өйрәнеү буйынса махсус комиссия ойошторолоуын телгә алды. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, транспорт хеҙмәттәре күрһәтеү өлкәһендәге киҫкен мәсьәләләр “Транспорт сәғәте”ндә ҡарала.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"