Рәсәйя Федерацияһының ҡалалар төҙөү кодексына үҙгәрештәр индерелгәс, баҡса һәм тораҡ йорттар төҙөү системаһы ла үҙгәрҙе. Хәҙер өй төҙөргә йәиһә булған тораҡты үҙгәртергә теләүсе урындағы үҙидараға был турала хәбәр итергә тейеш буласаҡ. Тәүҙә был территорияла төҙөлөш эштәре алып барырға ярау-ярамауын асыҡлау зарур. Унан һуң торлаҡтың нисек үҙгәреүе йәиһә ниндәй буласағы тураһында махсус документтар тултырыла. Әлеге ғариза 7 көн эсендә ҡарала. Төҙөүсе ыңғай һәм кире яуап алырға мөмкин. Әгәр ҙә уға төҙөлөш өсөн рөхсәт бирелмәй икән, ғаризаның ниндәй сәбәптәр арҡаһында кире ҡағылыуы тураһында ла аңлатыласаҡ.