Дим буйҙары
+18 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
10 Апреля 2019, 12:18
Ветерандарҙың пенсияһы арта
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына айлыҡ пенсияны 9,5 мең һумға арттырырға йыйыналар.
Уны тормошҡа ашырыу өсөн быйыл - 0,95 миллиард һум, алдағы йылдарҙа 1,42 миллиард һумға тиклем аҡса бүлеү планлаштырыла.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының пенсияһына өҫтәмәләрҙе иҫәпләү системаһына үҙгәрештәр индереүсе законды Дәүләт думаһы беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Әлеге документҡа ярашлы, ветерандарҙың пенсияһы сама менән 9,5 мең һумға артасаҡ. Закон проекты тураһында фекер алышҡанда, оборона министры урынбасары Татьяна Шевцова шундай һандар килтергән.
Әлеге документ ҡабул ителгән осраҡта, ул 1 майҙан үҙ көсөнә инә. Проект Владимир Путин указы менән Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеү уңайынан башҡарыла торған саралар сиктәрендә эшләнгән.
"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"