Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2019, 18:03

Бишбүләк районы: кисә һәм бөгөн

Мәҙәниәт һарайы фойеһында ойошторолған күргәҙмә тыуған яҡтың йөҙ йыллыҡ тарихын сағылдырҙы

Башҡортостан Республикаһының 100 -йыллығына бағышланған юбилей тантанаһының күп һанлы ҡатнашыусылары hәм ҡунаҡтарын, Мәҙәниәт һарайының үҙәк ишектәре hәм төрлө төҫтәге уттар янған «Мин яратам һине, Бишбүләк!» фотозонаһынан алып район символы — анимацион Байбаҡ асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Ул изгелекле ҡул хәрәкәте ярҙамында фойела урынлаштырылған бай күргәҙмә менән танышырға тәҡдим итте, ул тарихи үткәнде hәм бөгенге көндә районыбыҙҙың тормош-көнкүрешен бәйләүсе быуын булараҡ ҡуйылғайны.

Башҡорт ҡурайында башҡарылған лирик көйҙәр, матур стендтар, бик күп картиналар hәм һөлгөләр, балаларҙың ижад емештәре hәм ауыл оҫталарының үҙенсәлекле эштәре күргәҙмәне төрлө йәштәге кешеләр өсөн иҫ киткес hәм иғтибарға лайыҡлы итте.

Кесе фойела аҙыҡ-түлек продукттары тәҡдим ителде. «Бишбүләк икмәк комбинаты» ойошмаһы 55 төр кондитер hәм 50 төр икмәк-күмәс ризыҡтары һәм үҙебеҙҙә етештерелгән лимонад ҡуйған. Икмәк бешереүселәр шунда уҡ үҙ продукцияһын һатты. Халыҡ крәҫтиән (фермер) хуҗалыҡтары продукцияһы тәҡдим ителгән өҫтәлдәрҙе уратып алды. Барлыҡ теләүселәр район ҡулланыусылар кооперативтары етештергән продукцияны тәмләп ҡарай алды. «Ҡушйылға һөтө» кооперативы ҡаймаҡ, эремсек, кефир, өс төрлө сыр hәм ҡымыҙ эсемлеге, төрлө сәскә hәм үләндән бал, «Зәкиев hәм К» шәхси предприятиеһы һөт продукцияһы hәм үҙҙәренең ҡамыр ризыҡтарын, С.А. Тарасов хужалығы теплицаларҙан ҡыяр hәм йәшел тәмләткестәр тәҡдим итте. Төрлө эсемлектәр hәм кулинария ризыҡтары менән «Тәм донъяһы» кафеһы хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең сауҙа маркаһын лайыҡлы тәҡдим итте. Ә унан һуң рухи аҙыҡ алырға халыҡ ижады галереяһының асыҡ ишектәренә кереп була иде: бында инде картиналар, уйып биҙәлгән һандыҡтар hәм халыҡ оҫталарыбыҙҙың башҡа иҫ киткес ижад емештәре тәҡдим ителгәйне.

Ҙур фойе яҡшы дизайнер зәуығы менән биҙәлгән. Бөтә стенаға башҡорт тирмәһенең эске яғы ҡуйылған, был йәһәттән башҡорт милли кейемдәрендә Ҡаныҡай ауылы Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тырышлыҡ һалған. Улар башҡорт милли кухняһының бихисап тәм-томдарын әҙерләгән, ә бина интерьерын боронғо артефакттар менән биҙәгәндәр. Иҙәндә хатта ысын айыу тиреһе лә ята. Бишбүләк тарихи-этнография музейы хеҙмәткәрҙәре лә тырышҡан. Улар үҙҙәренең стендтары hәм экспонаттары менән боронғолоҡтоң тәрән ҡатламын асып биргән. Бында хатта район территорияһында табылған мең йыллыҡ мамонт тештәре лә бар ине. Музей фондтарында һаҡланыусы сармат ҡылыстары, беҙҙең эраның VI быуат уҡ остары кеүек һирәк табыштар беренсе тапҡыр ҡуйылған.. Хатта 1773 — 1775 йылдарҙағы Пугачев восстаниеһы һуғышы осоронан пушка йәҙрәһе лә бар. Беҙҙең районға ла ҡағылған 1918 — 1922 йылдарҙағы ҡан ҡойғос Граждандар һуғышы табыштары ла күп ине. 1936 йылдың 7 апрелендә бирелгән «Колхоздар тарафынан ерҙән мәңгелеккә файҙаланыуға дәүләт акттары» hәм «Бишбүләк районы хеҙмәтсәндәренең Маҡтау китабы (1964 йылдан алып 1988 йылға ҡәҙәр)» кеүек тарихи документтар ҡаҙыҡһыныусыларҙы үҙенә йәлеп итте. Экспонаттар райондың танылған кешеләренең фотоһүрәттәре менән йәнәшә ҡуйылғайны. Шулай уҡ «Минең республикам» республика фотоконкурсында еңеүселәрҙең фотоһүрәттәре күргәҙмәһе, асыҡ баннерҙар фонында алтын ялтырауыҡтары менән ҡарашты йәлеп итеүсе республика hәм Рәсәй ярыштарының бүләктәре — кубоктар hәм миҙалдар урынлаштырылғайны. Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең «Тыуған тәбиғәт мөйөштәре» исеме аҫтында рәсемдәре hәм Балалар ижады үҙәге балаларының тарафынан эшләнгән әйберҙәр урынлаштырылғайны. Ә зал уртаһында райондың дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусыларының һоҡланғыс ижади әйберҙәре ҡуйылған, улар үҙ эштәрендә яратҡан республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейын лайыҡлы рәүештә сағылдыра алған.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: