Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2019, 12:13

Сибәрҙәрҙән кем сибәр

Планетала беренсе рәсми матурлыҡ конкурсы 1951 йылдың 15 апрелендә Лондонда үтә һәм ”Донъя туташы” (”Мисс Мира”) конкурсы тип атала. Дөрөҫ, Хоҙай биргән матурлыҡта ярышыу, айыҡ аҡыл менән уйлағанда, дөрөҫлөккә бик туракилеп бетмәй бетөүен, ләкин кемдәргәлер бындай конкурстарҙы ойоштороу йәиһә уларҙа ҡатнашыу бик оҡшай.

Уның тарихы иһә былай. Британ фестивален үткәргәндә бейеү залын рекламаларға кәрәк булған. “Мекка” фирмаһы агенты Эрик Морлиҙан ниндәй ҙә булһа оригиналь нимә уйлап сығарыуын үтенгәс, ул ”Донъя ҡатын-ҡыҙы” ярышын уйлап сығарған. Тәүге конкурста 30 ҡыҙ катнашкан. Улар Англияла быға тиклем билдәле булмаған һыу ҡойоноу костюмдары – “бикини”ҙа сығыш яһап, тамашасыларҙы таң ҡалдырған. Швед ҡыҙы Кики Хааконсон еңеп сығып, 1000 фунт күләмендәге премияға эйә булған.

Морли һәм уның ҡатыны Джулия төшөп ҡалғандарҙан булмай – тиҙ арала үҙ фирмаларын рәсми рәүештә теркәп тә ҡуялар. Һәм ”Донъя ҡатын-ҡыҙы” конкурсы Лондонда йыл һайын үткәрелә башлай. 1990 йылдан башлап ҡына конкурс башҡа ҡалаларҙа уҙғарыла. СССР-ға был конкурс 1988 йылда ғына килеп етә һәм унда 16 йәшлек Маша Калинина еңә.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: