Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель 2019, 15:11

Ағинәйҙәр беҙгә көс бирһен!

Бөгөн беҙ ҡоролтайға изге ниәттән, ҡарарҙары тормошҡа ашһын, халҡыбыҙҙың бәҫен күтәрһен, телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлауға бер таяныс, маяҡ булһын тип йыйылғанбыҙ. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла донъя именлеге, ил-көн тыныслығы, милләт-ара татыулыҡ, халҡына тоғро, ғәҙел, алға алып барырҙай ил етәкселәре, тәҡүә дин әһелдәре бирһен. Ғәзиз халҡым йәшәһен!

Үҙе ғалим һәм имам булған Науаи әйткән: “Кешенең донъялыҡта иң яҡшы, файҙа килтерә торған ваҡыты — ул ғилем алыу ваҡыты”. Ахырзаман еткәс, иң беренсе итеп Аллаһ Тәғәлә ғилемде ала. Уны донъялағы бер үҫемлекте йәки беҙ туҡлана торған бер нәмәне юҡ иткән кеүек итеп түгел, ә икенсе төрлө итеп юҡҡа сығара. Ғилемде үҙ ҡолдарының күңеленән дә алып ташламай, ә ғилем бирә торған ғалимдарҙы юҡ итә. Дин юлындағы иң яҡшы ғалим кеше белем алған ваҡытта күпме күҙ нурҙарын түккән, һаулығын юғалтҡан һәм бөтә көсөн биргән. Шундай кешеләр, заманалар ниндәй ауыр булыуға ҡарамаҫтан, дин таратҡан, өйрәткән. Аллаһ Тәғәлә бына шундай ғалимдарҙы, диндарҙарҙы юҡ итә. Улар вафат була. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм әйткән: “Ҡасан ундай кешеләр Ер йөҙөндә ҡалмай, халыҡ үҙҙәренә баш итеп наҙан, белмәгән кешеләрҙе ҡуясаҡ. Улар хатта яҡшы итеп уҡый ҙа, уҡығандарын аңлата ла алмаясаҡ. Кешеләр уларға үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирәсәк һәм тегеләр, әлбиттә, яуап ҡайтарасаҡ. Улар үҙҙәре яңылышасаҡ һәм башҡаларҙы ла аҙаштырасаҡ. Бына хәҙер беҙ шул заманға еттек, динде яҡшы белгән, сүрәләрҙе тәржемә итеп аңлата алған кешеләр бик һирәк”.

Ахырзаман етеп килгәндә, ауылда, районда, республикала шундай ғалимдар булыуы — ул Аллаһтың рәхмәте. Әгәр Аллаһ Тәғәлә был ауылдан, ҡаланан, республиканан ниғмәтте алам тиһә, ул ғалимға үҙенә ем. Ундай ғалимдар иң ауыр ваҡыттарҙа ла ғүмерҙәрен дингә бағышлаған. Зәйнулла ишан, Ризаитдин Фәхретдин, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев кеүек ғалимдарыбыҙҙың булыуы тураһында һүҙем.

Хәҙер дингә ҡарата ҡараш үҙгәрҙе. Дини китаптар ҙа күп, радио, телевидение бар һәм башҡа мәғлүмәт саралары ла етерлек. Тик элекке Зәйнулла ишан кеүек ғалимдарыбыҙҙың юлын аңлар мәл етте.

Беҙҙең Бикҡол мәсете асылыуға өс йыл була. Бөтә дини байрамдарҙы үткәреп торабыҙ, йома намаҙҙарын уҙғарабыҙ, вәғәздәр ҙә һөйләнелә. Тик мәсетебеҙҙә имам булмауы ғына борсой. Йомала ла фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙар йыйылабыҙ. Ғилем тураһында юҡҡа әйтмәнем. Киләсәктә үҙебеҙҙән бер кешене уҡытырға ебәреү хыялы менән янабыҙ. Бәлки, быйыл ХI класты тамамлаған егеттәр араһынан да булыр. Яйлап ундай эш алып барыла. Мәсеттә уҡытыу ҙа ойошторолған, ләкин әлегә балалар аҙ йөрөй. Тағы ла мин Зәки Вәлиди әйткән һүҙҙәрҙе ҡабатлайым: “Дин һәм тел бөтмәһә, милләт йәшәр!” Бына шул ике ҡәҙерле нәмәне беҙ һаҡларға, юғалтмаҫҡа, ныҡ торорға тейешбеҙ.

Беҙҙең ағинәйҙәр мәсеткә йөрөй, араларында намаҙ уҡыусылар күп. Улар сәхнәлә йырлап-бейеп йөрөүселәр генә түгел, ә диндарҙар, үҙ артынан эйәртеүселәр, иман нуры таратыусылар. Үҙебеҙҙән башлайбыҙ, ғаиләбеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы ылыҡтырабыҙ һәм шулай күбәйәбеҙ. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барабыҙ.

Бишбүләк районы

Автор: Сөмбөл АЛЛАМОРАТОВА
Читайте нас: