Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель 2019, 20:25

Балам, һинән илһам алам!

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә рәсем төшөрөргә яратыусы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уникаль күргәҙмә ойоштора.

Әсә булыу — һәр ҡатын-ҡыҙ тормошонда иң бәхетле һәм ижади осор. Күргәҙмәлә ҡатнашырға балаһы тыуыу менән тормошо үҙгәргән, ә яңы хис-тойғоларын рәсемдәрендә сағылдырған ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла.

Сараның инициаторы — республика етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова. Ул үҙе әсәй булғас, рәсем сәнғәте менән мауыға башлай һәм бик күп фекерҙәштәр таба.

“Әсә булыу һәләттәрҙе аса” күргәҙмәһе яңы таланттарҙы асыҡларға ярҙам итәсәк. Рәсемдәрҙе теләгәнсә төшөрөргә мөмкин. Күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн "сайтсемьярб.рф"ҡа керергә, ҡағиҙәләр менән танышырға һәм, анкета тултырып, электрон хатҡа эштәреңдең фотоларын беркетергә кәрәк. Уларҙы [email protected] почтаһына ебәрергә йәиһә йәшәгән урын буйынса “Ғаилә” үҙәгенә илтергә кәрәк.

Заявкалар 25 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

"Кызыл тан" гәзитенән.
Читайте нас: