Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель 2019, 13:34

Бер быуатлыҡ юбилейҙы билдәләнек

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депуттары Салауат Харасов һәм Айгөл Хәнәфина, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лясов, БР Башлығының муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эшләү буйынса бүлегенең баш баш кәңәшсеһе Альберт Мәҡсүтов, “Бәхетле ғаилә” хәйриә фонды директоры Илдар Зәйнетдинов, академик Евразия телевидение һәм радио академияһы вице-президенты, Халыҡ-ара телевидение һәм радио академияһы ағзаһы Валерий Хилтунен хәрмәтле ҡунағы булдылар.

- Хөрмәтле тантаналы йыйылышта ҡатнашыусы ҡәҙерле ҡунаҡтар, һеҙҙе ысын күңелдән сәләмләйем, юбилей датаһы – Башҡортостан республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу уңайынан ҡотлайым, - тине үҙенең сығышында Наил Ғатауллин. – Әлеге иҫ киткес байрам тарихҡа, тыуған яҡ яҙмышына битараф булмаған барлаҡ кешене берләштерә. Уникаль тәбиғәт, данлыҡлы тарих, беҙгә тиклем йәшәгәндәрҙең еңеүҙәре, замандаштарыбыҙҙың ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Дүрт быуат ярым элек Башҡортостан яҙмышын Рәсәй менән бәйләй, ә 1919 йылда Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы составында милли автономиялар араһында беренселәрҙән булып ойошторола.

Наил Ғабдулла улы республиканың айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ, райондың йөҙ йыллыҡ юлы тураһында һөйләне. Ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың изге һүҙҙәре һәм ҡотлауҙарынан һуң, маҡтаул яҡташтарыбыҙҙы “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл” юбилей миҙалдары һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәхмәт хаттары менән бүләкләү тантанаһы булды. Беренсе булып юбилей миҙалы менән республика йәштәше, Бөйөк ватан һуғышы ветераны Фәттәх Фәррәх улы Сәйфетдинов бүләкләнде. Ветеран сәхнәгә сыҡҡас, зал аяғүрә баҫып алҡышланы. Бишбүләк районының Маҡтаулы граждандары Александр Леонтьев, Зәйтүнә зарипова, Владимир Абрамов, Виктор Грешняков, Рәмзил Нуриәхмәтов, валентина Иванова, Йәмил Хәйретдинов миҙалға лайыҡ булды. Юбилей миҙалы менән район үҙәк дауаханаһында 35 йыл хирург булып эшләүсе фәнис Нуриевты бүләкләнеләр. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын хеҙмәт ветерандары Мөхөтдин Фәйзухановҡа, Михаил Петровҡа, “Бижбулякстрой” йәмғиәте директоры “Тепловик” МУП-ы директоры Камил Ғатауллинҡа, Ерекле ауыл Советы ауыл биләмәһе башылығы Александр Петровҡа тапшырҙылар. Әүҙем тормош позицияһы һәм халыҡ традицияларын һаҡлаған өсөн Алевтина Васильеваға, Сергей Федосеевҡа, Азат Файзуллинға ла шундай уҡ Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Шундай иҫтәлекле көндә сәхнә түренә йәш спортсы-еңел атлеттар, төрлө дәрәжәләге ярыштраҙың күп тапҡырҙар чемпиондары, “Елкән” спорт мәктәбе тренеры Петр Николаев тәрбиәләнеүселәре ла саҡырылды. “Бәхетле ғаилә” хәйриә фонды директоры Илдар Зәйнетдинов менән “Абсолют Капитал” компанияһы директоры Николай Мурзаков, Артур Ғизетдинов, Кирилл Исмәғилев, Георгий Блинов, Федор Зиннәтуллин, Дмитрий Әхмәҙиев, Ульяна Григорьева, Роман Гәрәев, Антон Григорьевҡа бүләккә спорт аяҡ кейеме тапшырырылды.

Көн бүләктәргә бай булды. Сәхнәгә торлаҡ төҙөлөшөнә социаль түләү тураһында таныҡлыҡ алыу өсөн ғаиләләрҙе саҡырҙылар. Ун ғаилә бәхетле сертификатҡа эйә булды.

Мәҙәниәт һарайы, ауыл Мәҙәниәт йорттары, район клубтары һәм Балалар сәнғәт мәктәбе коллективтарының һәм һәүәҫкәр артистарҙың концерт номерҙары байрам кәйефе тыуҙырҙы. Сараны ойоштороусылар райондың ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалығы, мәҙәниәт, спорт, мәғариф һәм фән үҫешенә индергән өлөшө тураһында бай материал әҙерләгән. Беҙ үҙ яғыбыҙ, халҡыбыҙ, үҙ еребеҙ һәм тарихыбыҙ өсөн ғрурлыҡ хисе кисерәбеҙ.

Инина Михайлова,

Олег Леоньев фотолары.
Читайте нас: