Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель 2019, 20:19

Енәйәтселәр рәшәткә артына ултырырға тейеш

Өфөлә наркотик матдәләр һатыу менән шөғөлләнеүсе төркөмдөң 23 ағзаһы ирегенән мәхрүм ителде.

Өфөнөң Октябрь районы суды республиканың 20 кешеһенә, Рязань өлкәһендә йәшәүсе һәм Украинаның ике кешеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Улар ойошҡан төркөм тарафынан наркотик матдәләрҙе законһыҙ һатыу, ҙур һәм айырыуса ҙур күләмдә наркотиктарҙы законһыҙ һатыу, ялған документ ҡулланыу кеүек енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепле, тип танылды.

2016 йылда Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауатта синтетик наркотиктар һатыу буйынса интернет-магазин төҙөлгән. Һөҙөмтәлә, әлеге енәйәт эшенә төрлө социаль селтәрҙәр аша 19-45 йәшлек енәйәт эше фигуранттары йәлеп ителгән. Уларға бирелгән ролдәр нигеҙендә, бер нисә енәйәтсел төркөмдә ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу өсөн яуап биргән. Ҡалған ярҙамсылар ҡулланыусылар менән интернет-ҡушымталар аша аралашыу өсөн яуаплы “операторҙар” һәм курьерҙар булған, уларҙың бурыстары наркотиктарҙы ҡабул итеп алыу, төрөү һәм артабан йәшерен урындарға урынлаштырыу булған.

Ғәйепләнеүселәрҙең хоҡуҡҡа ҡаршы эшсәнлеге 2017 йылда асыҡланған. Тотҡарланыусыларҙан 6,6 килограмдан ашыу буш полимер пакет, шулай уҡ наркотиктарҙы үлсәү вә төрөү өсөн башҡа ҡоролма тартып алынған. Енәйәтсел төркөмдөң бер ағзаһында ялған машина йөрөтөү таныҡлығы асыҡланған. Суд енәйәт эше фигуранттарын дөйөм һәм ҡәтғи режимдарҙы төҙөтеү колонияларында биш йыл алты айҙан алып 11 йылға тиклем ирегенән мәхрүм итте.
Читайте нас: