Дим буйҙары
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Апрель 2019, 11:48

Проект хупланды!...

“Баш ҡала хакимиәте башлығы VIP-класҡа ҡараған милли кухнялы ресторан проектын хупланы”, – тип хәбәр итте социаль селтәрҙә Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе Артур Иҙелбаев.

“Баш ҡала хакимиәте башлығы VIP-класҡа ҡараған милли кухнялы ресторан проектын хупланы”, – тип хәбәр итте социаль селтәрҙә Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе Артур Иҙелбаев.

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән “Инвестиция сәғәте”ндә “Пышка” компаниялар төркөмө һәм Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге тарафынан тәҡдим ителгән был проект.

“Республикабыҙҙың баш ҡалаһына көн дә ике-өс мең ҡунаҡ килә. Рәсми делегациялар даими ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта уларҙы сифатлы ҡунаҡ итеүҙе ойоштороу көсөргәнешле ҡала – Өфөлә башҡорт кухняһы булған ресторан юҡ, – ти Артур Иҙелбаев. – Әлеге проект ошо бушлыҡты тултырыуға йүнәлтелгән. Өҫтәүенә ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүҙе был индустрияның барлыҡ заманса алымдарын ҡулланып, интерактив ярҙамында тормошҡа ашырыу күҙаллана”.

Ведомство-ара инвестиция комиссияһы проектты йылы ҡабул итеп, бинаны асыуға һәр яҡлап булышлыҡ ҡылырға ҡарар иткән. Төҙөлөш өсөн 40-60 миллион һум һалыу планлаштырыла. Баш ҡала хакимиәте башлығы проектты ойоштороусыларға үҙенең шәхси телефон номерын биреп, эш мәлендә ауырлыҡ тыуғанда һәр ваҡыт мөрәжәғәт итеүҙе һораған.

“Яңы ресторанды быйыл уҡ аса алырыбыҙға һәм уның ҡала ҡунаҡтарының яратҡан урынына әйләнеренә ышанабыҙ”, – ти Артур Иҙелбаев.
Читайте нас в