Дим буйҙары
+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Апрель 2019, 22:42

27-һендә 27-се тапҡыр...

27 апрелдә киске сәғәт 7-лә республика халҡын матур шоу-тамаша көтә. Был көндө “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 27-се тапҡыр ойошторолған “Һылыуҡай” асыҡ республика матурлыҡ бәйгеһенең финалы үтәсәк.

Быйыл бәйге республиканың 100 йыллыҡ юбилейына, Театр йылына һәм 2020 йылда уҙасаҡ “Фольклориада”ға бағышлана. Тик ойоштороусылар белдереүенсә, сибәркәйҙәр республикабыҙҙың йөҙ йыллыҡ тарихын түгел, ә уның киләһе йөҙ йыллығына үҙ өлөшөн индереүе, уны нисек күреүе тураһында бәйән итәсәк.

Финалда 12 ҡыҙ ҡатнашасаҡ. Улар Йылайыр, Салауат, Учалы, Ейәнсура, Федоровка, Баймаҡ, Әлшәй райондары, Салауат, Нефтекама ҡалалары һәм Ырымбур өлкәһенән. Ҡыҙҙарҙың сығышын 11 кешенән торған баһалама төркөмө ағзалары баһалаясаҡ. Быйылғы бәйгене Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойоштора.

Еңеүселәрҙе ҡиммәтле һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә. Тамашала ниндәй йондоҙҙар ҡатнашасаҡ, ниндәй яңы конкурстар буласаҡ? Ойоштороусылар серҙе сисмәй. Барыһы ла бәйге барышында асыласаҡ.
Читайте нас в