Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2019, 17:16

Сүп-сар мәсьәләһе Мәскәүҙе лә борсой

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы советтың эш төркөмө ултырышында округтағы дәүләт власы органдарының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға бәйле эшмәкәрлеге тикшерелде.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин Рәсәйҙең Тәбиғәт, Төҙөлөш министрлыҡтары, Федерация Советы һәм башҡа ойошмалар вәкилдәренең сығышын тыңланы. Төп мәсьәләне ике блокка бүлергә ҡарар ителде. Волга йылғаһын экологик йәһәттән һауыҡтырыу, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән иң хәүефле объекттарҙы, ҡалалар биләмәһендәге сүплектәрҙе ябыу мәсьәләләре буйынса Глеб Никитин яуап бирһә, экологик мәҙәниәт, экологик белемде үҫтереү мәсьәләләрен Радий Хәбиров көйләйәсәк.

Июндә Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләре буйынса эш төркөмө ултырышы үткәрелә.
Читайте нас: