Дим буйҙары
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Апрель 2019, 14:37
Бөтмәҫ коррупция булды бит...
Нимә ул коррупция? “Коррупция – вазифалы кешеләрҙең һәм сәйәсмәндәрҙең законһыҙ байыуы, ришүәт алыуы, урлашыуы һәм мафия структуралары менән әшнәлек итеүендә сағылған әхлаҡи боҙолғанлығы ул”, – тигән аңлатма бирелә С.И. Ожегов һүҙлегендә. Был яуызлыҡ кешелеккә быуаттар төпкөлөнән тынғылыҡ бирмәй. Әле лә, ришүәт алыу, дәүләт аҡсаһын туҙҙырыу, мутлашыу, мәжбүр итеп алыу, вазифаны яуыз ниәттә файҙаланыу кеүек миҫалдарҙа сағыла. Ғөмүмән, йәмғиәтебеҙ именлегенә лә зыян килтергән енәйәт ул.
Әлеге мәлдә республикала ришүәтселеккә ҡаршы төрлө көрәш алымдары ҡулланыла. Былтыр Коррупцияға ҡаршы тороу милли планын, конфликт комиссияларының, бүлексәләренең һәм коррупция йүнәлешендәге тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн яуаплы вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлеген бойомға ашырыуға ҙур көс йүнәлтелгән. Әлбиттә, илдә был енәйәтселеккә көрәш йылдар дауамында алып барыла. Һуңғы ваҡытта мәғлүмәт технологиялары коррупцияһына ҡаршы тороу буйынса мөһим аҙымдар яһала. Быйылдан дәүләт вазифаһын биләгәндәр килем тураһындағы электрон формалағы белешмәне махсус программа файҙаланып тултыра. Ә инде 2019 йылдан иһә бөтә граждан хеҙмәтендә булғандар ошо форматҡа күсәсәк.
Бынан тыш, Рәсәйҙә дәүләт граждан хеҙмәте кадрҙар составы менән идара итеү берҙәм мәғлүмәт системаһы файҙаланыла башлаясаҡ. Ошо система килем һәм сығымдар, милек һәм мөлкәтселек характерындағы бурыстар тураһындағы белешмәне эшкәртәсәк, уларҙағы мәғлүмәттәргә анализ яһаясаҡ. Был иһә коррупцияға ҡаршы тороу өлкәһендәге ведомство-ара эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ.
Һуңғы үткәрелгән социологик һорау алыу төбәк халҡының ете-һигеҙ процентының (300 мең самаһы кеше) республикала коррупция хәле киҫкен тора тип иҫәпләүен күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта күпселек власть органдарында, тәртип һаҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарында, мәғариф учреждениеларында, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә, хеҙмәт күрһәтеүҙә ришүәтселек тулыһынса бөтөрөлмәгән. Һорау алғандарҙың 60 проценты, был яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш етерлек кимәлдә алып барылмай, тип иҫәпләй.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"