Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2019, 17:02

Бишбүләктә лә урман шаулар

Башҡортостанда иғлан ителгән Урмандарҙы тергеҙеү айлығына Бишбүләк районы халҡы ла әүҙем ҡушылды.

27 апрелдә үткән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында Михайловка урман хужалығы биләмәһенә ағас ултыртыуға 600-ҙән ашыу кеше сыҡты. Улар араһында район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин менән республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Харасов та бар ине. Ағас ултыртыу сараһы тотош халыҡ байрамына әйләнде.

Ҡаныҡай ауыл Советына ҡараған Дүсән, Бикҡол, Ҡаныҡай ауылдары ла изге эшкә дәррәү ҡушылды. Мәҫәлән, Дүсән күп функциялы мәҙәни үҙәге янында 19 ғына йәшендә Афған һуғышында һәләк булған Марсель Кашапов иҫтәлегенә аллея булдырғандар. Ҡаныҡай ауылы клубы янына 102 төп ҡарағай һәм ҡайын ултыртылған. Был эштә йәштәр – Артур Нафиҡов, Азамат Хәбетдинов, Вадим Семенов һәм ауыл ағинәйе Мәрйәм Хәкимова әүҙемлек күрһәткән.

Ауыл хакимиәте башлығы Ришат Әхмәтшин әйтеүенсә, был йүнәлештәге эштәр алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Шулай уҡ һәр урында яңы ултыртылған ағастарға һыу ҡойоу, уларҙы тейешенсә тәрбиәләү бурысы ҡуйылған.
Читайте нас: