Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2019, 17:07

“Һәр йортҡа бәхет, именлек алып килһен”

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәк халҡын Пасха байрамы менән ҡотланы.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәк халҡын Пасха байрамы менән ҡотланы.

“Республикабыҙҙа йәшәүсе православие динендәге барлыҡ христиандарҙы Изге Христос терелгән көн менән ҡотлайым!

Иң әһәмиәтле дини байрамдарҙың береһе булған Пасха йәшәү тантанаһын, күп быуатлыҡ әхлаҡи ҡиммәттәргә тоғролоҡто – мөхәббәт, изгелек, миһырбанлыҡ һәм ғәҙеллек хистәрен һынландыра.

Бөгөн православие динен тотоусылар башҡа традицион дин вәкилдәре менән берлектә кәңәшле, изге эштәр башҡарып, хәйриәлекте үҫтереүгә, халыҡтар араһындағы берҙәмлекте нығытыуға ҙур өлөш индерә. Республика етәкселеге киләсәктә лә Башҡортостанда милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты һаҡлау, йәш быуынды әхлаҡ ҡанундарына ярашлы тәрбиәләү өсөн бөтә шарттарҙы булдырасаҡ.

Пасха байрамы һәр йортҡа бәхет һәм именлек алып килһен. Ошо йылы, яҙғы көндәрҙә йөрәктәрегеҙ шатлыҡ һәм киләсәккә өмөт-ышаныс менән тулһын. Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙгә һаулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВ”.
Читайте нас: