Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2019, 16:37

Балалар өсөн хоспис асыласаҡ

Ундай бина Өфө ҡалаһында асыласаҡ.

- Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа үтенес менән мөрәжәғәт иткәйнек, ул ҡаралып, Өфөнөң Аврора урамында 3,32 гектар ер биреү тураһында ҡарар сығарылған. Өфөлә паллиатив үҙәк буласаҡ! Балалар һәм өлкәндәр ғүмерҙәре аҙағын һыҙланыуҙарһыҙ үткәрәсәк, -ти фонд етәксеһе Рәүфә Рәхимова.

Былтыр июлдә Өфөлә паллиатив ярҙам үҙәген төҙөү проекты буйынса тыңлауҙар булып үткәйне. Поликлиника, стационар бүлексәләре булған алты ҡатлы бина Шәфиев, Рихард Зорге урамдары, Октябрь проспекты араһындағы кварталда төҙөлөргә тейеш, тип планлаштырылды.

Бер нисә ай элек ауырыуҙарҙы карауға махсуслашҡан "Шәфҡәтлелек" инвестиция проекты тураһында хәбәр ителде. Инвестициялар күләме - 1,5 миллиард һум.

"Кызыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: