Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2019, 13:53

Картуфыңды алып килеп тикшерт

Өфөлә баҡса-консультация үҙәге асылды. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостандағы филиалы белгестәре һәүәҫкәр баҡсасыларға, фермерҙарға мәғлүмәт ярҙамы күрһәтергә әҙер.

Улар түтәлгә орлоҡ сәсер алдынан тупраҡты тикшертергә кәңәш итә, уңышлы баҡсасылыҡ өсөн ғәмәли белемдәрҙән тыш, агрономия буйынса теоретик белем дә талап ителә, тип белдерә. Үҙәк белгестәре тупраҡҡа агрохимик анализ һәм үҫемлектәргә диагностика яһай.

Бында һәүәҫкәр баҡсасылар ҙа, ауыл хужалығы предприятиелары ла тупраҡ өлгөләрен алып килә ала. Баҡса-белешмә үҙәге белгестәре төрлө культураларҙы үҫтерергә ярҙам итә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ашламалар индерергә кәрәклеген билдәләп була. Консультация бушлай, ә анализдар түләүле. Орлоҡтарҙы ла тикшереү үткәрергә мөмкин, ти белгестәр. Мәҫәлән, картуфҡа анализ ике аҙнала әҙер була.

Үҙәктең эше менән Урман хужалығы белгестәре лә ҡыҙыҡһына. Көн үҙәгендә – яҡшы сифатлы ағас үҫентеләре сығарыу. Бөгөн республика урмандарында япраҡлы ағастарҙың күбеһе сирле, ти белгестәр.

Төрлө сирҙәрҙән зарарһыҙландырылған ағас үҫентеләре – яҡын киләсәк эше. Үҙәк белгестәренең был юҫыҡта эҙләнеүҙәре республика урмандарын тергеҙеү эшенә лә ҙур ярҙам.
Читайте нас: