Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2019, 14:26

Май айындағы ялдар хаҡында

Быйыл майҙа беҙҙе ысын мәғәнәһендә яҙғы каникул көтә: араларындағы бер нисә эш көнөн иҫәпләмәгәндә, теүәл 9 көн ял итәсәкбеҙ.

Тәүҙә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы сәбәпле биш көн – 1 майҙан 5 майға тиклем – ял итәбеҙ. Тимәк, 29 һәм 30 апрель – дүшәмбе һәм шишәмбе көндәрендә генә эшләйәсәкбеҙ.

Әйткәндәй, 30 апрель – байрам алдынан килгән эш көнө. Шуға ла, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы нормаларына ярашлы, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ буласаҡ (әгәр ойошмала биш эш көнө икән, тимәк эш 8 сәғәт түгел, ә 7 сәғәт дауам итәсәк).

Дүшәмбе, 6 май, күпселек граждандар кире эшкә сығасаҡ һәм 8 майға тиклем эшләйәсәк. Ә 8-е, шаршамбы – ҡыҫҡартылған эш көнө. Еңеү көнө айҡанлы 4 көн – 9 майҙан 12 майға тиклем – ял итәсәкбеҙ. 13 майҙан эш ғәҙәти режимға инәсәк һәм киләһе оҙон ял тик ноябрҙә – Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә генә көтөлә.

Май ялдары, 2018 йыл аҙағында уҡ Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән 5 һәм 6 (шәмбе һәм йәкшәмбе) ғинуарҙағы һәм 23 февралдәге (шәмбе) ялдарҙы күсереү арҡаһында шулай оҙон килеп сыға.

Оҙон ял өсөн эш хаҡы нисек түләнәсәк?

2019 йылдың майында бөтәһе 18 генә эш көнө булыуы оклад һәм ваҡыт иҫәбенә түләнгән эшселәрҙең эш хаҡына бер нисек тә йоғонто яһарға тейеш түгел. Эш биреүсе май өсөн ҡәҙимге тулы айҙағы кеүек түләргә бурыслы. Әгәр ҙә эшкә ял көнө сыҡһағыҙ, һеҙгә икеләтә эш хаҡы түләү, йәки бүтән берәй көндө ял биреү ҡаралған.

Сменалап эшләүселәр нисек ял итәсәк?

Әгәр ҙә ойошмала үҙенең айырым эш графигы билдәләнгән булһа, Рәсәй Хөкүмәте ҡабул иткән эш календары ҡулланылмай. Әммә ял йәки байрам көнөнә тап килгән эш сменаһы өсөн икеләтә түләнергә тейеш

Башинформ.
Читайте нас: