Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2019, 13:56

"V съезда йәштәр әүҙем ҡатнашырға тейеш"

“Торатау” конгресс-холында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр ҡоро үҙ эшен башланы.

Башҡортостан ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә үтәсәк сараға Ырымбурҙан Илшат Дәүләтшин да килгән. Егет әйтеүенсә, ҡәрҙәш өлкәләр йәштәре араһынан ул үҙе генә. Йәштәр ҡорона ҙур өмөттәр бағлай Илшат.

“Маҡсатым – Башҡортостандан ситтә лә телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына үҙ өлөшөмдө индереү”, – ти ул.

Илшаттың һөйләүе буйынса, Ырымбур яҡтарында әүҙем башҡорт йәштәре әҙ. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, улар китапханаларҙа, Каруанһарайҙа даими йыйылып тора, төрлө саралар үткәрә. Киләһе сараны яҡташтары, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа арнамаҡсылар.

“Рауил Бикбаев – бөйөк шағир, уның ижадын мәңгеләштереү маҡсатында хәтер кисәләре, шиғриәт бәйгеләре ойошторорға йыйынабыҙ”, – ти егет.

Ҡорҙы асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин V съезда иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың йәштәр булырға тейешлеген билдәләне.

“Мин бөгөнгө йәш быуынға ҙур ышаныс, өмөт менән ҡарайым, сөнки улар киң фекерле, зиһенле”, – тине етәксе.

Йәштәр ҡоро бөгөн көноҙоно барасаҡ. Ҡатнашыусылар бер нисә төркөмгә бүленеп, милли проекттар буйынса эш алып барасаҡ. Иң әүҙем, тос фекерле йәштәр 28-29 июндә үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайланасаҡ.
Читайте нас: