Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2019, 17:03

Ҡыярығыҙға нимә етмәй?

Магний етмәгәндә, ҡыяр япрағы ыуалыусанға әйләнә һәм янған кеүек күренә. Уның төҫө үҙгәрә, аҡһыл-йәшел, һарғылт төҫкә керә, ә тамыры ҡуйы йәшел килеш ҡала.

Азот етешмәгәндә, һабаҡтар нескәрә, ҡатылана. Аҫҡы япраҡтар ҡойола, өҫкөләре һарғая. Ҡыяр ваҡлана, әҙәйә. Был ваҡытта һәр төпкә берәр литр һыйыр тиҙәге төнәтмәһе һалығыҙ. Ул 10 л һыуға 1 литр һыйыр тиҙәгенән яһала.

Калий етмәһә, ҡыяр япраҡтары, киреһенсә, ҡуйы йәшел төҫкә керә һәм кәкерәйә. Япраҡ ҡырыйҙары аҡһыл-һары ҡайма менән ҡаплана. Ҡыярҙың емеш һабағы төбө ослана. Ашығыс ярҙам – 10 л һыуға 1 стакан көл һалып болғатып, бер төпкә бер литр иҫәбенән һибегеҙ.

Фосфор етмәһә, үҫемлек үҫмәй башлай, сәскәһе, мыйығы ҡойола, япраҡтары ваҡлана һәм шулай уҡ ҡуйы йәшел төҫкә инә.

Бор артып китһә, ҡыяр япрағының ҡырыйҙары һарғая, үлә башлай, кәкре-бөкрө формаға инә.

Кальций артып китһә, япраҡтары ҡатылана, шул уҡ ваҡытта тиҙ ыуалыусанға әйләнә.
Читайте нас: