Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, бындай уңышҡа республика беренсе тапҡыр өлгәшә. Уға ярашлы, өс ҡалаға федераль бюджеттан парктарҙы төҙөкләндереү өсөн 100-150 миллион һум күләмендә аҡса бүленәсәк.
Был конкурста ҡатнашырға теләп, илдең 77 төбәгенән 330 ғариза бирелгән. Еңеүселәрҙе һайлап алғанда бюджеттан тыш аҡсаны йәлеп итеү, проекттың иҡтисади һөҙөмтәһе һәм уның халыҡҡа, туристарға кәрәк булыуы, граждандарҙы һәм йәмәғәтселекте йәлеп итеү, тарихи мөхитте һәм ҡаланың үҙенсәлеген һаҡлау кеүек шарттарҙың үтәлешенә айырыуса иғтибар бирелгән.