Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
2 Мая 2019, 11:13
Мансурҙың урманда йәшәгеһе килмәй
Летчиктар үлемдән ҡотҡарған өс йәшлек айыу балаһы Калуга өлкәһендәге Орешков аэродромын үҙ иткән. Улай ғына ла түгел, уның бында ҙур вольеры, ярты гектар биләмәһе һәм аэродром хеҙмәткәрҙәренән торған ғаиләһе бар.
Тыуыу менән етем ҡалған айыу балаһын летчиктар Тверь өлкәһенең Орловка аэродромы эргәһендә таба. Ашаталар, дауалайҙар, аяҡҡа баҫтыралар, әммә кешеләргә ныҡ бәйләнгәнлектән, һәләк булыр тип, урманға ебәрмәйҙәр. Ҡурсаулыҡтар айыуҙы алмай. Берәү айыу балаһын шунда урынлаштырырға вәғәҙәләй, әммә күпмелер ваҡыттан һуң летчиктар “дуҫ”тарын эттәрҙе дрессировкалау өсөн файҙаланғандарын күреп, йәлләй һәм үҙҙәренә алып ҡайта.
“Мансур Орловский” (айыу балаһын хөрмәтләп шулай атайҙар) хәҙер кешеләр араһында үҙен яҡлаулы тоя, тип хәбәр итә “Известия” гәзите.
“Башҡортостан” гәзите.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"