Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Май 2019, 12:52

Башҡортстан экологик өмәләр үткәреү буйынса илдә лидер булды

Башҡортостан апрель айында экологик акцияларҙың күп булыуы буйынса илдә лидер булды. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Таҙа ил» проекты координаторы, Дәүләт думаһының Экология һәм әйләнә-тирә мөхитте һаҡлау комитеты рәйесе Владимир Бурматов хәбәр итә.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, апрель айында партия өмәләрендә илдең 80 төбәгенән яҡынса 1 миллион 180 мең кеше ҡатнашҡан, шул иҫәптән барлыҡ дәрәжәләге депутаттар корпусының 65 меңгә яҡын вәкиле. Иң күләмле саралар Башҡортостанда, Волгоград һәм Кемерово өлкәләрендә һәм Дағстанда уҙҙы.

Владимир Бурматов, шулай уҡ, май һәм июнь айҙарында бик күп шәмбе өмәләре планлаштырылыуын да әйтте.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: