Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Май 2019, 12:43

Ҡайһы райондар артҡа һөйрәй?

Сүп-сар йыйыу буйынса яңы ҡағиҙәләр республиканың район-ҡалаларында нисек тормошҡа ашырыла?

Мәғлүм булыуынса, был реформа Рәсәйҙә 2019 йылдың 1 ғинуарынан башланды. Урындарҙан сүп-сар сығарыу өсөн беҙҙә һәр кеше 70 һум түләй, шул аҡсаға төбәк операторҙары эште атҡарырға тейеш.

Иҫәпләүҙәр буйынса, дүрт ай эсендә республика буйынса 8440 яңы контейнер ҡуйылған, ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 1486 яңы майҙансыҡ булдырылған.

Реформаны тормошҡа ашырыу йәһәтенән төбәгебеҙҙә алдынғы һәм артта ҡалған биләмәләр асыҡланды. Мәҫәлән, Шишмәлә шәхси секторҙа йәшәүселәр сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу эшенең насар ойошторолғанын хәбәр иткән.

“26 апрелдә алып китергә вәғәҙә биргәстәр, сүп-сарҙы бер көн алдан әйткән урындарына, юлға яҡыныраҡ, сығарып ҡуйғайныҡ. Ләкин һаман килмәнеләр, аҙна инде ҡый араһында тиерлек йәшәйбеҙ. Ниңә улай алдарға?” – тип яҙған социаль селтәрҙә шул шәхси сектор халҡы.

Республика Хөкүмәтенең отчетына ярашлы, Шишмә районы был реформаны тормошҡа ашырыу йәһәтенән иң артта бара: унда йыл башынан бер контейнер ҙа ҡуйылмаған. Ә улар 700 берәмек талап ителә. Бынан тыш, районда сүп-сарҙы туплау өсөн 111 яңы майҙансыҡ кәрәк.

Ҡариҙел, Ауырғазы, Ишембай, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Хәйбулла, Краснокама райондары, Сибай, Октябрьский ҡалаларында ла шул уҡ хәл – Шишмәләге кеүек, яңы контейнерҙар ҙа ҡуйылмаған, майҙансыҡтар ҙа булдырылмаған.

Ә ҡайһы биләмәләрҙә эш яҡшы ойошторолған? Улар – Благовар, Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Иглин, Өфө, Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл, Дәүләкән, Шаран райондары, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары.
Читайте нас: