Дим буйҙары
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Май 2019, 11:55

Башҡортостанда татар милли-мәҙәни автономияһы көндәре дауам итә

«Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы быйыл үҙенең ойошторолоуының 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Байрам саралары 17 майға тәғәйенләнгән.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Өфөгә Рәсәйҙең ошондай татар милли-мәҙәни автономиялары булған 40-тан ашыу ҡалаһынан вәкилдәр килеүе көтөлә. Байрам сараларының тантаналы өлөшө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙа.

16 майҙа ҡунаҡтарҙы ҡала һәм республиканың Милли музейы менән таныштырыу ҡаралған. Экскурсия барышында Салауат Юлаев һәм Ғабдулла Туҡай һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу күҙаллана.

Байрам ваҡытында ҡунаҡтар республиканың Бүздәк районына һәм «Бәлешфест» милли аш-һыу фестиваленә бара. Фестивалдә төрлө халыҡтарҙың ризыҡтары тәҡдим ителә, оҫталыҡ дәрестәре һәм байрам концерты була. Проект етәксеһе Альбина Хәлиуллина хәбәр итеүенсә, был юлы 80 килограмм ауырлыҡтағы ҙур татлы бәлеш бешерәләр. Фестиваль дүртенсе йыл үткәрелә, элек ул «Бүздәк бәлеше» тип атала ине. Хәҙер инде сара йолаға әүерелгән. 2018 йылда «Бәлешфест» Президент гранттары фондынан федераль грант алды.
Читайте нас в