Фәттәх Фәррәх улы Яңы Биктәш ауылында күп балалы ғаиләлә үҫә, ата-әсәһе дүрт ул hәм өс ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Атаһы Фәррәх тәүгеләрҙән булып колхозға инә, колхоз эшендә Сәйфетдиновтар ғаиләһе һынатмай, гел алдынғылар иҫәбендә була.
1939 йылдың сентябрендә йәш Фәттәхте әрме сафына алалар, уға Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итергә тура килә. Учебканан һуң кесе сержантты Маньчжурия сигенә 1-се Алыҫ Көнсығыш фронтына тоҫҡаусы итеп ебәрәләр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, йәш артиллерист хеҙмәттәштәре менән бергә Советтар Союзы сиктәрен һаҡлай. Ҡот осҡос аслыҡ була. Йәй, нигеҙҙә, алабута, виноград япраҡтарынан аш бешереп, тамаҡ туйҙырғандар, бәрәңге бөтөнләй күрмәгәндәр. Аслыҡҡа түҙер әмәл ҡалмағас, Фәттәх Сәйфетдинов үҙе теләп Көнбайыш фронтҡа яҙыла. Аслыҡтан үлгәнсе, пулянан үлеү яҡшыраҡ булыр, тип ҡарар итә ул. Фәттәхтең ул ваҡытта өс ағаһы ла һуғышта була, шуға күрә командир һалдатҡа фронтҡа китергә рөхсәт итмәй.
Фашист Германияһын Еңеү тураһында хәбәр килгәс, һалдаттар шатлана һәм тиҙҙән тыуған яҡтарға ҡайтырбыҙ тип өмөтләнәләр. Тик ваҡыт үтә, ә демобилизация тураһында бойороҡ булмай. Хәрби хәрәкәттәр Көнсығышта дауам итә. Ветеран әле лә Совет ғәскәрҙәренең Маньчжурияға инеүен яҡшы хәтерләй. Дошманға ҡаршы ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтеп, Совет һалдаттары Муданьцзянаға юллана, шунда Фәттәх Фәррәх улының Еңеү юлы тамамлана. Ҡаты һуғыш һөҙөмтәһендә миллионлаған Квантун армияһы тулыһынса тар-мар ителә. Һуғыштан һуң һалдаттарҙы Хабаровск крайына күсерәләр. Ауыр шарттарҙа Совет ғәскәрҙәре Ҡытай сигендә 1946 йылдың майына тиклем ҡалдырыла.
Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡанда уны ауыр юғалтыуҙар көтә. Кавалерист булып хеҙмәт иткән Сәбәх ағаһы Сталинград фронтында hәләк булһа, ағаһы Ғәйнетдин, сапер, Ҡаҙағстанда һуғыш йәрәхәттәренән вафат була. Ә кесе туғаны Сәләх, минометсы, Волхов фронтында батырҙарса һуғышып башын һала.
Һуғыштан һуң тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡас, Фәттәх Фәррәх улы 44 йыл буйы Ватаныбыҙ хаҡына намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Йәрмәкәй районының Турай ауылынан Әминә исемле ҡыҙға өйләнә. Ҡатыны менән биш бала: ике ул hәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Фәнүз менән Сәләх, атайҙары кеүек, армияла тоғро хеҙмәт итә. Фәттәх Фәррәх улы колхозда трактор бригадаһы хисапсыһы, үҫемлекселек бригадаһы бригадиры, ферма мөдире булып эшләй. Һуңынан Әлшәй районының Шафран ауылында хисапсы һөнәрен үҙләштереп, Яңы Биктәш ауыл Советында, “Сухоречка” совхозының Яңы Биктәш бүлексәһендә бухгалтер вазифаларын башҡара.
Тормош иптәше Әминә менән 45 йыл иңгә-иң терәп, матур донъя көтәләр. Бөгөн олпат кәүҙәле, сал сәсле, теремек, ауылдаштары араһында ғына түгел, ә тотош район халҡы араһында абруй ҡаҙанған һуғыш ветераны Фәттәх Сәйфетдинов хәләл ефете, улы Сәләх менән бергә, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныстарына төрөнөп, тыныс тормошҡа ҡыуанып йәшәй.
Фәттәх Фәррәх улының күкрәген төрлө орден һәм миҙалдар биҙәй, ул – мәктәп уҡыусыларының көтөп алынған ҡунағы.
"Башҡортостан" гәзитенән.