Дим буйҙары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2019, 14:57

Бәлиғ булмағандарға кальяндар, вейптар һатыуҙы тыялар

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы депутаттары республика биләмәһендә бәлиғ булмағандарға тәмәкеһеҙ тартыу изделиеларын ваҡлап һатыуҙы тыйған закон проектын ҡарарға йыйына. Уларға төрлө тартыу ҡатнашмалары, таштар, төнәтмәләр һәм уларҙың аналогтары, шулай уҡ кальяндар, вейптар, электрон быуландырғыстар инә.

«Никотин токсик алкалоид булып тора. Ул һаулыҡҡа тәмәке рәүешендә генә түгел, башҡа формаларҙа ла зыянлы. Шуларҙы ҡулланған кешеләрҙә никотинға бәйлелек тыуа, табиптар уны тәмәкегә бәйлелек синдромы тип йөрөтә. Хәтерегеҙгә төшөрәм, федераль ҡануниәттә балаларға тәмәке һатыуға ғына түгел, балаларҙы тәмәке ҡулланыу процесына йәлеп итеү ҙә тыйылған», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Закон ҡабул ителгән осраҡта, Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына ла бәлиғ булмағандарға тартыу ҡатнашмаларын һәм вейптарҙы законһыҙ һатҡан өсөн яуаплылыҡ билдәләү йәһәтенән үҙгәрештәр индерергә кәрәк.
Читайте нас: