“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” девизы аҫтында үткән сараға бишбүләктәр ҙә ихлас ҡушылды. Был көндә башҡорт теленән үҙ белемдәрен һынап ҡарау өсөн мәктәп уҡыусылары ғына түгел, ә төрлө һөнәр эйәләре лә, төрлө йәштәгеләр ҙә парта артына ултырҙы. Диктант өсөн С.Әбүзәрҙең “Ағыла ҡурай моңо”, “Өфө” кеүек текстар һайлап алынғайны.
Бишбүләк 1-се урта мәктәбендә бының өсөн дүрт класс бүлмәһе әҙерләнгән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Велмера Зәки ҡыҙы әйтеүенсә, шуның өсәүһе мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән, ә берәүһендә өлкәндәр шөғөлләнгән. Был әһәмиәтле сарала йәмғеһе 120 кеше ҡатнашҡан, хатта ғаиләләре менән килеүселәр ҙә булған. Мәҫәлән, Яңы Бикташ ауылынан Рәмилә һәм Наил Төхвәтуллиндар ҡыҙҙары менән килгән. Районда берҙән-бер башҡорт мәктәбе булған Ҡаныҡай ауылында уҙған йылда 42 диктант кеше яҙһа, быйыл унда 60-лаған кеше ҡатнашҡан. Араларында иң өлкәне, мәғариф ветераны Зәримә Халфина һикһәненсе тиҫтәне ваҡлаған кеше.
Айыт урта мәктәбе лә был мөһим саранан ситтә ҡалманы. Уҡыусылар менән бер рәттән педагогик коллектив, йәғни 23 кеше башҡорт теле буйынса белемдәрен тикшереп ҡараған. Был көндә шулай уҡ шиғриәт һөйөүсе уҡыусылар акт залына йыйылды, уҙғарыласаҡ кисә Башҡортостандың юбилейына арналғайны.
Һәр сараға фатиха биреүсе мәктәп директоры Илмир Рәшит улы Шафиҡов, ғәҙәттәгесә, һәммәһен дә сәләмләп үткәндән һуң, башҡорт теле уҡытыусыһы Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова Сафуан Яҡшығоловтың тормош юлына һәм ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Артабан 5-9 класс уҡыусылары мең ырыуының арҙаҡлы вәкиле Сафуан Яҡшығоловтың әҫәрҙәре араһынан күңеленә ятҡан шиғырҙарын ятланы, ә башланғыс класс уҡыусылары иһә тантаналы төҫтә туған Башҡортостаныбыҙ хаҡында һөйләне. Балалар һәм уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар уларҙың сығыштарын ҙур ҡыуаныс менән тыңланы. Сараның һуңында баһалама ағзалары иң уңышлы тип табылған сығыштарҙы билдәне. Мәктәптә йыш ҡунаҡ булған Альфред Шәймәрҙәнов шиғыр бәйгеһендә уңышлы сығыш яһаған Ғәйнетдинова Айлина (1-се урын), Хәсәнов Ғәлинур һәм Хафизова Гүзәл (2-се урын) , Ғимазетдинова Аринаға (3-сө урын) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары һәм китаптар тапшырҙы. Яҙыусы, Ф.Кәрим, М.Аҡмулла премияһы лауреаты Фәнис Фәтих улы Янышев та уҡыусыларға артабан уңыштар теләп, үҙенең “Хөкөмсө өкө” тигән китабын бүләк итте. Башланғыс класс уҡыусылары араһынан Михайлова Азалия, Садыкова Зарина һәм Хафихова Ралина Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.
Белеүебеҙсә, 18 май – халыҡ-ара музейҙар көнө лә. Хаҡлы ялдағы Фәнис ағай хеҙмәттәше, Ф.Кәрим исемендәге музей мөдире Рәйсә Хәфизованы байрам уңайынан ҡотлап, үҙенең күптән түгел донъя күргән “Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары” исемле китабын бүләк итте.