Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Май 2019, 18:44

Архивсылар киләсәккә ҡарап йәшәй

Башҡортостанда Архив хеҙмәтенә 100 йыл тулды. Был матур датаны идара хеҙмәткәрҙәре бөгөн ҙур байрам тантанаһы менән билдәләне. Сара “Торатау” Конгресс-холында үтте.

Фойела бик бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо. Унда архив хеҙмәтенең тарихына һәм бөгөнгөһөнә арналған өлөшө булды, архив документтарының виртуаль күргәҙмәһе күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ идаралыҡ иғлан иткән шәжәрәләр конкурсы эштәре лә урын алғайны.

Республикабыҙ тарихын теркәүселәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов тәбрикләне. Ул Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен еткерҙе. Алдынғы хеҙмәткәрҙәргә республиканың юғары наградаларын тапшырҙы.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев шулай уҡ архивсыларҙы ҡотланы һәм Дәүләт Думаһы наградаларын тапшырҙы.

Илдә һәм республикала архив хеҙмәтенең барлыҡҡа килеүе, үҫеүе һәм бөгөнгөһө тураһында Архив эштәре буйына идаралыҡ начальнигы Илфат Ғәлләмов һөйләне.

– Архив хеҙмәткәрҙәренең намыҫлы, ваҡ һәм фиҙакәр хеҙмәте арҡаһында республикала бик бай һәм мөһим архив фонды булдырылды. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең төп бурысыбыҙ архив фондтарын һаҡлау, матди-техник базаны нығытыу, эшкә мәғлүмәти-коммуникация технологияларын индереү ине. Беҙ быларҙы тормошҡа ашырҙыҡ, тип әйтә алам, – тине ул.
Читайте нас: