Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Май 2019, 13:12

"Беҙгә газ, юл, электр бирегеҙ!"

Йыл башынан республикала — 445,8 мең, шул иҫәптән, майҙа 181 мең соҡор ремонтланған.

Ағиҙел, Өфө, Нефтекама ҡалаларында уларҙы ремонтлау буйынса йыллыҡ план үтәлгән дә инде.

Соҡорҙарҙы ямау буйынса эш тулыһынса 15 июндә тамамланырға тейеш. Билдәле булыуынса, ихаталарҙағы соҡор-саҡырҙар тураһында граждандар үҙҙәре лә хәбәр итә ала. Бының өсөн махсус “Юл эксперты” ҡушымтаһы эшләй башланы.

Тимур Мөхәммәтйәнов, алыҫ тораҡ пункттарҙа һәм яңы биҫтәләрҙә юлға ҡом-таш түшәлеүен дә билдәләп үтте.

— Ҡайҙа ғына булһам да, район башлыҡтары мине күп балалы ғаиләләргә һәм башка льготниктарға участоктар бүленгән урынға алып бара. Уларҙың күпселеге ҡола яланда урынлашҡан. Ара-тирә йорттар күренә, шуларҙан сығып, кешеләр минән “беҙгә газ, электр, юлдар бирегеҙ”, тип һорай. Юлдар мәсьәләһендә башта уларға ҡом-таш йәйеү ҙә етә. Сахара сүллегендә йәшәһәк, беҙ быны

эшләй алмаҫ инек, ләкин бит бындай төҙөлөш сеймалына төбәгебеҙ бай, — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм муниципалитеттарға йәһәтерәк

эш итергә кәрәклеген белдерҙе
Читайте нас: