Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Май 2019, 13:42

“Дача амнистияһы” оҙайтыла

Рәсәйҙә “дача амнистияһы”н оҙайтырға һәм киңәйтергә ниәтләйҙәр. Дәүләт Думаһына быйыл 1мартта ғәмәлдә булыуҙан туҡтаған “дача амнистияһы”н тергеҙеү тураһындағы закон проекты индерелде. “Российская газета” хәбәр итеүенсә, амнистияны 2022 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтырға тәҡдим итәләр, шул уҡ ваҡытта граждандарға яңы мөмкинлектәр бирергә теләйҙәр.

Рәсәйҙә “дача амнистияһы”н оҙайтырға һәм киңәйтергә ниәтләйҙәр. Дәүләт Думаһына быйыл 1мартта ғәмәлдә булыуҙан туҡтаған “дача амнистияһы”н тергеҙеү тураһындағы закон проекты индерелде. “Российская газета” хәбәр итеүенсә, амнистияны 2022 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтырға тәҡдим итәләр, шул уҡ ваҡытта граждандарға яңы мөмкинлектәр бирергә теләйҙәр.

Дәүләт Думаһының ҡануниәт комитеты етәксеһе Павел Крашенинников әйтеүенсә, Рәсәйҙә 13 йыл ғәмәлдә булған “дача амнистияһы”нан миллиондарса кеше файҙаланған. Ошо ваҡыт эсендә торлаҡты, дачаны, баҡса йорттарын, мунса, гараждарҙы рәсмиләштереүҙең ябайлаштырылған ҡағиҙәләре ярҙамында 13,5 миллиондан ашыу күсемһеҙ милек объектына хоҡуҡ теркәлгән. Әммә милеккә эйә булып та, уға хоҡуҡты теркәүҙең ябайлаштырылған тәртибенән файҙаланып өлгөрмәгәндәр байтаҡ.

– Срокты оҙайтыу иҫәбенә генә түгел, шулай уҡ граждан­дарҙың финанс сығымын, уларға психологик көсөргәнеште кәметеп, “амнистия”ға башҡа объекттарҙы йәлеп итеү иҫәбенә лә хоҡуҡтарҙы яҡлау дөрөҫ булыр ине, – тине Павел Крашенинников.

Закон проекты былтыр 4 авгусҡа тиклем төҙөлә башлаған торлаҡ, баҡса йорттарына ҡарата ябайлаштырылған тәртипте срокһыҙ файҙаланыу мөмкинлеген тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта урындағы үҙидара органдары граждандарға дача һәм баҡса участкаларында, шәхси торлаҡ төҙөлөшө ерҙәрендә йорт һалыуҙың яңы ҡағиҙәләре, уларға хоҡуҡты теркәү алымы тураһында хәбәр итергә тейеш.

Тағы ла бер яңылыҡ хоҡуҡтарҙы теркәү өсөн “Росреестр”ға документ тапшырыуға ҡағыла. Граждандар ведомствоға документтарҙы үҙҙәре ебәрә йәки уларҙы төҙөлөштө күҙәтеү органы тапшырғанын көтә ала. Был бюрократик тотҡарлыҡтарҙан ҡотолорға ярҙам итәсәк.

Әйткәндәй, Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев та “дача амнистияһы”н оҙайтыу зарурлығын билдәләгәйне.

Яңы закон проекты төҙөлөш һәм торлаҡҡа хоҡуҡтарҙы теркәү ҡануниәтендәге һуңғы үҙгәрештәрҙе иҫәпкә ала, “дача амнистияһы” положениеларын киңәйтә, күп фатирлы йорт урынлашҡан ерҙе теркәү проблемаһын хәл итеү юлдарын тәҡдим итә.

"Башҡортсотан" гәзитенән.
Читайте нас в