Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Май 2019, 21:30

Рәсәй Президенты Владимир Путин уникаль медицина хаҡында

Бөгөн Мәскәүҙә "Персональ медицина һәм ғәмәли һаулыҡ һаҡлау" VIII (XXVI) милли эндокринология конгресы асылды. Унда ҡатнашыусыларға Рәсәй Президенты Владимир Путин да сәләм ебәрҙе.

Конгреста һәр пациентҡа айырым ҡараш булған диагностика һәм дауалау тураһында һөйләшәләр. Персональ медицина бик үҙенсәлекле күренеш ул. Сөнки беҙҙә әле кәрәкле табипҡа саҡ эләгәһең. Аптырағас, кеше түләүле медицина хеҙмәтен һайлай. Ауырыуҙы ҡарауҙа "персоналләштерелгән (персонализированная) медицина" алымдары ҡулланылһа,

беҙ поликлиникаларға ҡыуанып барыр инек кеүек.

Владимир Путин конгреста ҡатнашыусыларға ебәргән телеграммаһында белдереүенсә, бөгөн донъя медицинаһы ғәләмәт ҙур, хатта революцион үҙгәреш кисерә. Был үҙгәрештәр инновация технологиялары индереүгә бәйле.

Шулай тип тә әйткән Путин: «...уникальные возможности для диагностики и лечения открывает персонализированная медицина".

Хәҙер шул уникаль мөмкинлектәрҙең беҙгә килеп етеүен көтөргә генә ҡала.
Читайте нас: