Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Май 2019, 15:58

Янғынды киҫәтеү еңелерәк

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса район комиссияһының сираттағы ултырышы булып үтте.

Уның эшендә районға эш визиты менән килгән Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Марат Хәлиҙар улы Задин ҡатнашты. Ултырышта район биләмәһендә һәм хужаһыҙ ҡоролмаларҙа янғын хәүефен булдырмау, янғындарҙы һүндергәндә. Ауыл биләмәләренең ирекле янғын һүндереү командаларын файҙаланыу, милекте янғындан һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды.

Бәләбәй район-ара күҙәтсеү эшсәнлеге һәм киҫәтеү эше бүлеге начальнигы Алексей Данилов ауыл биләмәләре башлыҡтарына хужаһыҙ ҡоролмаларға айырым иғтибар бирергә, күп балалы һәм көнитмеше ауыр булған ғаиләләрҙең йорттарында булырға, янғын белдереүҙәренең барлығын һәм төҙөклөгөн тикшерергә, халыҡ менән профилактик эш алып барырға, ҡоро үләнде яныдырыу факттарын оператив асыҡларға һәм ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға тәҡдим итте.

Район ауыл биләмәләренең ирекле янғын һүндереүселәре тәүгеләрҙән булып янғын урынына килергә тейеш. Блы мәсьәләне тағын бер тикшерергә, яуаплы кешеләрҙе өйрәтергә, янғын сыҡҡан осраҡта һәр минуты иҫәпле булған ваҡытта юғалтмаҫ өсөн, яғыулыҡ запасы һәр ваҡыт булырға тейеш. Янғын техникаһының барлыҡ һыу сығанаҡтарына һәм гидранттарға тотҡарлыҡһыҙ инә алыуына иғтибар итегеҙ. Бынан тыш. Ауыл биләмәләрендә булған барлыҡ һауыттар ҙа йәйгеһен һыу менән тулы булһын, - - тине 68-се янғын һағы часы бүлексәһе начальнигы Сергей Тереньев.

Росгострах филиалы агентлығы етәксеһе Владимир Иванов физик заттарҙың милкен ирекле старховкалау тураһында һөйләне.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты р әйесе урынбаҫары Морат Задин был фажиғәләрҙә кешеләр һәләк булыу сәбәпле, тораҡ янғын белдереүҙәренең актуаллеге хаҡында һөйләне, Федераль янғын хеҙмәтенең һәм ауыл биләмәләренең ирекле янғын һүндереүсе командаларының берҙәмлек мәсьәләләренә ҡағылды. Сарала ҡатнашыусыларға шәхси секторҙа ла, айырыуса иҫке хәлдәге йорттарҙа, өлкән йәштәге кешеләр йәшәгән йорттарҙа, күп балалы ғаиләләрҙә даими профилактик саралар үткәреп тороу кәрәклеге тураһында иҫкәртте.

Йәйге сезон алдынан янғындар сығыу хәүефе арта: каникулдар башлана, күп кенә балалар иғтибарҙан ситтә ҡаласаҡ. Йорт яны участоктарында эштәр алып барыласаҡ, шуға бәйле, профилактик эште көсәйтергә кәрәк, - тип билдәләп үтте ул.

Дим ауыл Советы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Сергей Ходакка. Ҡушйылға ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Сергей Никитинҡа янғын техникаһы шоферы Виктор Линевҡа, Михайловка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Сергей Никтинға янғын хәүефһеҙлегенә шәхси өлөш индергән өсөн рәхмәт белдерелде.

- Беҙҙең төп бурыс – янғын сығыуға юл ҡуймау һәм кешеләрҙең һәләк булыуына юл ҡуймау. Был йүнәлештә барыбыҙ ҙа бергә эшләйәсәкбеҙ. – тип тамамланы ултырыш эшен район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин.

Сараның һуңында Морат Задин осрашыуға килгән граждандарҙы шәхсән ҡабул итте.

Морат Халиҙар улының эш сәфәре Ерекле ауыл Советында дауам итте. Бында ул ирекле янғын һүндереү командаһының эше менән танышты, күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ йорттарында булды, уларҙы республика программаһы сиктәрендә янғын хаҡында белдереүҙәр урынлаштырылған.

Ирина Фомина.

Николай Чернов фотолары.
Читайте нас: