Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Май 2019, 09:47

«Хәрби бейеклек» патриотик йырҙар фестивале

30 майҙа «Ватан» этно-паркында бишенсе тапҡыр «Хәрби бейеклек» патриотик йырҙар фестивале ойошторола. Фестиваль совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығына арнала.

Концертта ҡатнашыусылар араһында – Мәскәү, Ульяновск, Ростов, Севастополь, Ярославль, Татарстандың патриотик йырҙар легендалары, республиканың иң шәп төркөмдәре, шулай уҡ яңы исемдәр һәм йәш таланттар.

Сараның ҡунаҡтары өсөн һалдат бутҡаһы һәм ҡайнар сәй менән ялан кухняһы, шулай уҡ ретроавтомобилдәр күргәҙмәһе ойошторола.

Киске сәғәт 6-ла башлана. Инеү ирекле.

Фестивалде ойоштороусылар — Өфө ҡалаһы хакимиәте, Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү үҙәге, Башҡортостандың «Ветеран» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, «Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы.

Өфөлә беренсе «Хәрби бейеклек» ветеран һәм патриотик йырҙар фестивале 2014 йылдың 19 июнендә уҙҙы. Фестиваль — республика баш ҡалаһының иң сағыу илһөйәрлек йолаларының береһе. Быйыл ул совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығына арнала.
Читайте нас: