Дим буйҙары
0 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
24 Мая 2019, 06:56
“Ҡағыҙ эше” кәмейәсәк
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың илдең мәғариф министры Ольга Васильева менән осрашыуында һүҙ тармаҡ мәсьәләләре тураһында барҙы.
Мөһим темаларҙың береһе уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе булды, тип хәбәр итәләр Кремлдең сайтында. Ольга Васильева әйтеүенсә, төбәк властары менән берлектә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүҙе арттырыуға өлгәшеү йүнәлешендә ҙур эш атҡарыла, 2012 йылғы указдарҙың мотлаҡ үтәлешен тәьмин итеү өсөн һәр төбәк менән айырым һөйләшеүҙәр алып барыла.
Министр шулай уҡ һуңғы йылда мәктәптәрҙәге артыҡ “ҡағыҙ эше”нән ҡотола барыуҙы хәбәр итте. “Уҡытыусылар һәм учреждениелар етәкселәре ошо сәбәпле бик ныҡ ризаһыҙлыҡ белдерә ине. Отчеттар кәрәгенсә кәметелде,” — тине ул.
http://www.bashinform.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"