«Һәр педагогтың программаның федераль йәки төбәк сайтына инеп, күсеп барырға уйлаған мәктәпте һайлау, уны ситтән тороп ҡарау, һайлап алыуҙы үтеү өсөн критерийҙар исемлеге менән танышыу һәм ғариза биреү мөмкинлеге бар», — тип министрҙың һүҙҙәрен еткерә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Уның һүҙҙәренсә, программала ҡатнашырға теләгән кандидаттарҙың йәше сикләнмәгән — ауылдарҙа йәштәргә лә, тәжрибәле уҡытыусыларға шат булырҙар. Кандидаттарҙың ғаризаларын Мәғариф министрлығы комиссияһы менән бергә махсус төбәк комиссияһы ҡарай.
2020 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты йөкләмәһен үтәү барышында «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашырыу башлана. Программа ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән (күсеп килгән) уҡытыусыға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙе күҙ уңында тота.
Йәш уҡытыусыларҙың «Педагог: һөнәр, булмыш, сәнғәт» Бөтә Рәсәй форумы 20-22 майҙа Ленинград өлкәһенең Выборг ҡалаһында уҙҙы.