Бөгөн хәбәрһеҙ юғалған һалдат исемдәрен ҡабат ҡайтарыу буйынса эҙләнеү хәрәкәтендә 200 меңдән ашыу эҙләнеүсе иҫәпләнә. Эҙләнеү хәкәрәте йәштәр араһында ҙур популярлыҡ яулаған. 2010 йылда районда “9 рота” эҙләнеү отряды ойошторола, уны Дим урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Владимир Чернов етәкләй. Ун йыл эсендә эҙләнеү-ҡаҙыныу эштәрендә 54 уҡыусы ҡатнашҡан. Мкәтәп музейында Бөйөк Ватан һуғышын хәтерләтеүсе йөҙҙән ашыу экспонат Бишбүләк тарихи-этнография музейына тапшырылған. Ошо ваҡыт эсендә йәш эҙәрмәндәр тарафынан 115 һалдаттың кәүҙәһе ҡаҙып алынған. Владимир Анатольевич башҡарылған эштәр тураһында һөйләне: уның эҙләнеүселәре ниндәй шарттарҙа эшләгән һәм ниндәй батырлыҡ дәрестәре алған.
Эҙләнеүселәр гимны яңғырай. Сәхнәгә флаг менән “9 рота” эҙләнеү отряды балалары сыға. Район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин эҙләнеүселәрҙе юбилей датаһы һәм республика хәрәкәтенә лайыҡлы өлөш индереүҙәре менән ҡотланы. Ул “БР ойошторолоуға 100 йыл” миҙалын һәм “9 рота” эҙләнеүселәр отряды етәксеһе етәксеһе Владимир Черновҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы, буласаҡ экспедициялар өсөн металл эҙләй торған ҡоролма һатып алыуға сертификат тапшырҙы. Һуғыш барған урындарҙа эҙләнеү эштәрен үткәреүҙә актив ҡатнашҡандары һәм Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә ҙур өлөш индергәндәре өсөн 19 эҙәрмәнгә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Эҙләнеүселәрҙе Галина һәм Екатерина Ивановаларҙың вокаль дуэты “Беҙ булмаһаҡ, кем” йыры менән ҡотлап, йыр башҡарҙы. Экранда беҙҙең районда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һәм башҡа отрядтарҙың эҙләнеүселәр тарафынан башҡарылған саралар тураһында материалдар күрһәтелә. 2015 йылда Мораҙым ауылында ефрейтор Хәйбрахман Баталов кәүҙәһе тыуған яғына ҡайтарылып, яңынан ерләнде. Бер йыл элек иһә 1943 йылда хәбәрһеҙ юғалған Яков Казанцевтың кәүҙәһен тапҡандар. Стәрлетамаҡ эҙләнеүселәре шәхси әйберҙәрен Киҫтәнле-Боғҙан ауылындағы туғандарына тапшырған. Смоленск өлкәһендә эҙләнеүселәр уҙған йыл Иттихат ауылынан һәләк булған Ғәбит Мөхәррәмовтың кәүҙәһен тапҡан. Яңынан ерләү церемонияһы 21 августа булған.
Һүҙ район һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Советы рәйесе Вәлиулла Булатовҡа бирелә. Ҡыҫҡаса сығыш яһағандан һуң, Вәлиулла Әйүп улы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк булған һуғышсыларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу тураһында иғлан итә. Районда бөгөн ул дәһшәтле һуғыштың ете ветераны ҡалған. Метроном яңғырай, ҙур экранда шәм яна. Наталия Михайлова башҡарыуында “Ал таңдар” тигән йыр йөрәктәргә үтеп инә.
Хәрбиләштерелгән слеттың яңы блогы башлана. Экранда район урта мкәтәптәре һәм Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк ауылындағы филиалы егеттәренең уҙған йылдағы хәрби-ялан йыйындары фотолары һәм видеороликтары күрһәтелә. Йыл һайын Константин Иванов исемендәге Баҙлыҡ ауылы урта мәктәбе территорияһында хәрби-ялан йыйындары үтә. Бында егеттәр хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре буйынса күнекмәләр үтә, тактик, строй, ут һәм физик әҙерлек буйынса белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтә. Быйыл хәрби йыйындарҙың нисек уҙыуы һәм үҙ курсанттарының уңыштары тураһында лагерь начальнигы Александр Михайлов уртаҡлашты. Унан һуң уҡыу йыйындарында ҡатнашыусылар һәм “Өстүбә” йондоҙҙары бейеү ансамбле әҙерләгән концерт уҙҙы.
Атайҙарыбыҙҙың, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы өсөн киләсәк быуындарҙың кешелек хәтеренә һәм рәхмәтенә бер ҡасан да сик булмаясаҡ. Үҫмерҙәр һәм хәрби-ялан йыйындарында ҡатнашыусылар ҡунаҡтарҙы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәттәх Фәррәх улын, беҙ еңеү вариҫтары, беҙҙең планетабыҙҙа таныслыҡты һаҡларға вәғәҙә итәбеҙ, тип оҙатты.