Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Май 2019, 18:27

Сирендән ҡайнатма

Японияла сакураға ҡарап һоҡланһалар, беҙҙә сирень сәскәһе күҙҙең яуын ала. Шул тиклем матур бит ул! Өҫтәүенә еҫе әллә ҡайҙарға тарала.

Бынан тыш, сирень – бик файҙалы сәскә. Халыҡ медицинаһында ул күптән ҡулланыла. Бөгөн унан нисек ҡайнатма эшләүҙәре тураһында һөйләмәксебеҙ. Бының өсөн түбәндәгеләр кәрәк:

0,5 килограмм сирень сәскәһе;

0,5 килограмм шәкәр;

1 лимон;

0,5 литр һыу.

Сәскәнең ниндәй төҫтә булыуы мөһим түгел. Иң мөһиме – яңы ғына йыйып алынһын. Кәстрүлдә һыу ҡайнатҡас, сирендең өстән бер өлөшөн шунда һалығыҙ. Артабан һауыттың ҡапҡасын ябып, ситкә ҡуйып тороғоҙ. Ул һыуынғас, сәскәләрҙе һөҙөп алығыҙ. Улар башҡа кәрәк булмаясаҡ.

Сирендең ҡайнатылмай ҡалған өлөшөн айырым һауытта, мәҫәлән, тәрилкәлә шәкәр менән бутағыҙ. Үҙенсәлекле “бутҡа” килеп сыҡҡас, уны кәстрүлгә һалығыҙ һәм 20 минут тирәһе ҡайнатығыҙ. Аҙаҡ ҡайнатманы айырым банкаларға тултырығыҙ. Шулай итеп, сәйгә татлы ризыҡ әҙер.
Читайте нас: