Беҙҙең районды Ҡушйылға ауылының тренер-уҡытыусыһы Николай Петров етәкселегендә “Батырлыҡ” хәрби-патриотик клубының йәштәр командаһы тәҡдим итте.
Спорт фестивале бик матур урында уҙҙы. Эргәлә генә Салауат Юлаевтың атаҡлы мәмерйәһе, унда ул каратель отрядтарынан йәшеренгән, - тип һөйләй Николай Ильич. – Беҙҙең алда Рәсәй ветерандар Советы рәйесе полковник Владимир Попов, махсус билдәләнеш һәм республика ОМОНы легендаһы подполковник Михаил Павинский, элекке йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры, хәҙер БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Андрей Иванюта сығыш яһаны. Ул шулай уҡ Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә лә ҡатнашҡан кеше. Ҡунаҡтар буласаҡ һалдаттарға рухи ныҡлыҡ һәм спорт еңеүҙәре теләне. Беҙ палаткаларҙа йәшәнек, ашарға үҙебеҙ бешерҙек. Килгәндә, ямғыр яуа ине, унан һуң боҙло ямғыр ҡатыш ҡар яуҙы.
Ярыштар спорттың һигеҙ төрө буйынса үткәрелде. Бишбүләк егеттәренең дөйөм команда зачетында икенсе урын алды. Улар өфө, Ишембай, Күмертау, Салауат, Октябрьский һәм Туймазы ҡалалары командаларын артта ҡалдырҙы. Дыуан районынан “Патриот” командаһы уларҙы бер балға ғына уҙып китте. Беҙҙең егеттәр биш беренсе, өс икенсе һәм бер өсөнсө урынды яуланы.
- Беҙ ҡаяға күтерелеү буйынса команда беренселегендә иң яҡшыһы булдыҡ. Анастасия Ивановаға Калашников автоматын һүтеп-йыйыу һәм скайранингта ла тиңдәр булманы. Григорий Хәйруллин һәм Ринат Персиянов, Ярослав Краснов һөҙөмтәләре менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Команда ҡаялар буйынса марш-бросокта ла призер булды. Фестивалдә беҙҙең лагерь шулай уҡ иң яҡшыһы тип табылды. Кадет мәктәптәренән килгән ҡайһы бер спортсылар егеттәр янына килеп, һеҙ ҡайҙа шөғәлләнәһегеҙ, тип һораны, - тип һүҙен дауам итә Николай Петров. – Мин үҙемдең тәрбиәләнеүселәрем менән ғорурланам – улар бғары һөҙөмтә һәм һуғышсан характер күрһәтте. Йомғаҡ яһағанда, беҙгә кубок һәм приз – матраслы туристик палатка тапшырылды. Һәр ҡатнашыусы “йөрәк хәтерләй...” спор тфестивале сиктәрендә башланғыс альпинист әҙерлек курсын уңышлы уҙыу тураһында сертификат алды. Район хакимиәтенә, бағыусыларға. “Вектор” йәштәр үҙәге хеҙмәткәрҙәренә һәм микоравтобус йөрөтөүсе Вениамин Илмурзинға ҙур рәхмәтемде еткергем килә.