Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Май 2019, 10:19

Яр буйҙары төҙөкләндерелә.

Башкортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ағиҙел буйын төҙөкләндереү барышы менән танышты.

Республика етәксеһе яр буйының төҙөкләндерелгән участогын ҡараны, территорияны төҙөкләндереү, кәрәкле инфраструктура булдырыу, юл селтәрен үҫтереү перспективалары тураһында фекер алышты.

Шунан һуң Радий Хәбиров төҙөүселәр һәм Өфө мэрияһы вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар яр буйын төҙөкләндереү, ҡала халҡына уңайлы ял итеү өсөн инфраструктура булдырыу проекттары, шул иҫәптән заманса концерт залы төҙөү мөмкинлеге тураһында фекер алышты. Радий Хәбиров биләмәне яҡтыртыуға, сауҙа һәм ял итеү өсөн заманса павильондар булдырыуға айырым иғтибар бирергә ҡушты.

Юл селтәре үҫеше тураһында һөйләгәндә, төбәк етәксеһе машина ҡуйыу урындарын етерлек күләмдә булдырыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Радий Хәбиров билдәләп үтеүенсә, төҙөлөш эштәре дауам итеүгә ҡарамаҫтан, бында йәшәүселәр яр буйынан һәм уның инфраструктураһынан файҙалана алһын өсөн объект этаплап сафка баҫасаҡ.

- Эштәр бик күп әле, әммә беҙ бер объектты тапшырғас ҡына икенсеһен асасаҡбыҙ, төҙөкләндерәсәкбеҙ һәм эшләтеп ебәрәсәкбеҙ. Был билдәле бер уңайһыҙлыҡтар килтерәсәк, ләкин эш структураһы шундай. Һис шикһеҙ, был - бик кәрәкле объект. Халыҡ яр буйын төҙөкләндереүҙе көтә. Минеңсә, был Рәсәйҙә иң яҡшы яр буйҙарының береһе.


Читайте нас: