Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Май 2019, 10:20

Душлы, һыуытҡыслы поездарҙа елдерәсәкбеҙ

Ундай вагоннар октябрҙә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Рәсәй тимер юлдарында бик тиҙҙән уңайлы шарттары: розетка, душ, һыуытҡыс һәм микротулҡынлы мейесе лә булған яңы плацкарт вагондар йөрөй башлаясаҡ.

Сервис зоналары ла булған яңы поезд вагондарын "Рәсәй тимер юлдары" холдингы заказы буйынса Рәсәйҙең “Трансмашхолдинг” етештереүсеһе төҙөй. Был турала “Трансмашхолдинг” генеральный директорының пассажир транспортын үҫтереү буйынса урынбаҫары хәбәр итә.

Яңы плацкартта кәштәнең буйынан-буйына япма урынлаштырыу мөмкинлеге лә буласаҡ. “Әгәр Федераль пассажирҙар компанияһы япма урынлаштырырға теләй икән, бындай опция ҡаралған”, — тип белдерә урынбаҫар.

Ул әйтеүенсә, вагондар төҙөлөшө графикка ярашлы бара, уны ағымдағы йылдың октябрендә файҙаланыуға тапшырырға нитәләйҙәр.
Читайте нас: