Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Май 2019, 09:15

Торлаҡ өсөн ипотека ставкаһы кәмегән

Башҡортостанда "Уралсиб" банкы тораҡ төҙөлөшө республика программаһында ҡатнашыусылар өсөн ипотека ставкаһын кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте.

"Уралсиб" банкы тарафынан ағымдағы йылдың 27 майынан 6 йылға тупланма взностар асыусы граждандар өсөн ипотека кредиты буйынса йыллыҡ 5,5 процент күләмендә ставкалар (элек 6 процент ине) билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителде", — тип хәбәр итә Башҡортостандың ипотека-туплау механизмдарын һәм программаларын үҫтереү дирекцияһы етәксеһе Евгений Декатов.

Башҡортостандың Дәүләт төҙөлөшө фонды рәйесе урынбаҫары Егор Родин фекеренсә, бындай үҙгәрештәр ипотека ставкаһын кәметеү өлөшөндә "Тораҡ һәм ҡала мөхите" дөйөм дәүләт проектын һәм "Башҡортостан ипотекаһы" төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙа мөһим аҙым булып тора.

"Был - Рәсәй Президентының май указында билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәргә ирешеү һәм беҙҙең граждандар өсөн, шул иҫәптән ипотекаға беренсе взносҡа аҡсалары булмаған граждандар өсөн тораҡ алыу мөмкинлеген арттырыу юлында ҙур аҙым", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда 2014 йылдан тораҡ төҙөлөшө системаһын тормошҡа ашырыу проекты уңышлы үтәлә, 2017 йылдың уртаһынан әлеге программаның беренсе ҡатнашыусылары ташламалы процент ставкаһы менән тораҡ шарттарын яҡшыртыуға кредиттар ала башланы.

Хәҙерге ваҡытта, әлеге республика программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә төбәктә 1,4 меңдән ашыу ғаилә үҙҙәренең тораҡ шарттарын яҡшыртҡан.

#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#нацпроектыБашкортостан

#ВладимирПутин

ufa.mk.ru сайтынан.
Читайте нас: