Дим буйҙары
+11 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
28 Мая 2019, 10:53
Илдәр тыныс булһын!
Бөгөн ил сиге һаҡсылары көнө. Бөтә ваҡыттарҙа ла ил сиге һаҡсылары ғәскәрҙәре дәүләтебеҙҙең ныҡлығын күрһәтте.
1918 йылдың 28 майында РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы директиваһы тарафынан булдырылған сик буйы ғәскәрҙәре 101 йыллығын билдәләй.Ә бына байрәм булараҡ ул беренсе тапҡыр 1958 йылда, сик буйы ғәскәрҙәренең 40 йыллығы уңайынан билдәләп үтелгән.
Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәргә йәмғиәттә элек-электән ихтирамлы ҡараш йәшәп килә. Сөнки ил сиген һаҡлау бәхете рухи һәм физик яҡтан сыныҡҡан ир-егеткә генә тәтей. Ҡыҙғанысҡа, һуңғы йылдарҙа сик һаҡсылары сафы контракт нигеҙендә тулылана. Бөгөн республикала төрлө йылдарҙа дәүләт сиген һаҡлаусы меңдәрсә ир-ат иҫәпләнә.
Кисәге ил сиге һаҡсыларын һөнәри байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ғаилә бәхете, һаулыҡ, бәхетле матур тормош теләйбеҙ. Йылдарбыҙ имен, сиктәребеҙ һәр саҡ тыныс булһын!
"Дим буйҙары" гәзите хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"