Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Май 2019, 08:58

Рөхсәтһеҙ сүплектәр бөтөрөләсәк

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, Рәсәй Табиғәт ресурстары һәм экология министрлығы уҙған йыл “Экология” дөйөм дәүләт проектын әҙерләп ҡабул иткәйне. Уға ярашлы, Башҡортостанда экология өмәләре уҙғарылды.

Өфөнән алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан Князево ауылы янында рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүплек тирә-йүнде генә түгел, һыу сығанағын да бысрата ине. Ошо көндәрҙә был урында тәртип урынлаштырғандар.

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Өфө территориаль идараһының дәүләт контроле идарәһы начальнигы Василий Вахмянин әйтеүенсә, был эшкә өс КамАЗ йөк машинаһы йәлеп ителгән.

"Экология" дөйөм дәүләт проектына ярашлы, илдәге барлыҡ рөхсәтһеҙ сүплектәр юҡҡа сығарылырға тейеш. Бының өсөн һөҙөмтәле ижтимағи контроль системаһы булдырыу зарур.

"Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров апрель айында Иҙел буйы федераль округында экология тәрбиәһе буйынса куратор булып тәғәйенләнде.

#региональныепроекты

#нацпроектыБашкортостан

#ВладимирПутин

Башинформ.
Читайте нас: