Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Май 2019, 09:12

Олимпиадала еңеүселәр аҡсалата бүләк аласаҡ

Бындай бәхет Бөтә рәсәй олимпиадаһында еңеү яулағандарға ла ҡағыла.

Бөтә рәсәй олимпиадаһында еңеү яулаған Мәскәү ҡалаһы уҡыусылары 500-әр мең һум аҡса аласаҡ. Был турала башҡала мэры Сергей Собянин белдергән.

Быйыл олимпиада призерҙарына 300-әр мең һум аҡсалата премия бирелһә, йомғаҡлау этабында ҡатнашыусы уҡыусылар, призлы урынға сыҡмаһа ла, 100 мең һум аҡса аласаҡ. Билдәле булыуынса, призлы урынһыҙ ҡалған Мәскәү йыйылма командаһы әғзаларына аҡсалата премия беренсе тапҡыр бирелә. Бынан тыш, түләүҙәр күләме, уҙған йылғы менән сағыштырғанда, артҡан: элек еңеүселәр — 300-әр мең, ә призерҙар 150 мең һум аҡса алған булған.

Быйыл Бөтә рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау турында баш ҡала уҡыусылары 943 еңеүсе һәм призер дипломдары алған.

Мэр билдәләүенсә, был олимпиадала ҡатнашыусыларҙың уңышы ғына түгел, уларға белем биреүсе педагогтарҙың һәм мәктәп директорҙарының да .
Читайте нас: